0%

Әсәйемә оҡшармын(шиғыр). Ғариф Ғүмәр

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Әсәйемә оҡшармын (шиғыр )
автор Ғариф Ғүмәр
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Әсәйемә оҡшармын


 Һин ҡарағас, әсәй, беҙҙең
 Өйөбөҙ ҙә бик йәмле.
 Һин бешергәс, әсәй, беҙҙең
 Ашыбыҙ ҙа бик тәмле.
 Өйрәнермен мин дә һинән
 Бик күп матур эштәргә.
 Өйҙә лә, Тыуған илгә лә
 Бик тырышып эшләргә.

 


1988 йыл